Төтөн ҡайҙан сыға?

Тулыраҡ: Төтөн ҡайҙан сыға?

Бәләбәй районы Приют ауылында бер-нисә ай дауамында ер аҫтынан төтөн сыға. Ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр, экология министрлыҡтары, Роспотребнадзор белгестәре лә булған. Тик ҡайҙан һәм ни өсөн төтөн сыға икәнен аңлата алмағандар. Айҙар Имелбаев баҡсаһында көндә тиерлек төтөн сыҡҡан урындарҙы тупраҡ менән күмергә мәжбүр. Октябрь айында башланған тәбиғәт күренеше урындағы халыҡты тетрәндерә. Көндәр һыуына, тик баҡсалағы ерҙең температураһы үҙгәрмәй. Эргәләге күрше тирә баш ауыртыу, йоҡо баҫыуға зарлана. Ер аҫтынан сыҡҡан төтөндө һүндерер өсөн янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре һыу ҡойоп та ҡарай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре тәүҙә ошо урынға һыу ҡоя. Тик бер аҙ ваҡыт үткәс төтөн икенсе урындан сыға башлай. Ә тупраҡтың температураһы шул тиклем юғары, уны хатта ҡулда оҙаҡ тотоп булмай. Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре урындағы һауаны тикшереп тә ҡараған. Был тәбиғәт күренешенә белгестәр ҙә, урындағы хакимиәт вәкилдәре лә аңлатма бирә алмай. Шулай ҙа төп версияларҙың береһе ул – элек был урында һаҙлыҡ булған. Тимәк ер аҫтында торф яныуы ихтимал. Әле экологтар үҙ тикшереүен башлаған, ошо көндәрҙә уның һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк.