Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең икенсе ҡышҡы уйындары тамамланды

Тулыраҡ: Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең икенсе ҡышҡы уйындары тамамланды

Миҙалдар иҫәбе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы еңеүсе. Ике ил командаларында ике йөҙгә яҡын атлет өс көндә 25 төрлө миҙал яуланы. Шорт-тректа Ҡытай спортсыларына тиңдәр булмаһа, саңғыла уҙышыу, фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй вәкилдәре беренселекте алды. Саңғы ярыштарында көстәр тигеҙерәк. Хоккей йыйылма командалары осрашыуы иһә ун өскә дүрт иҫәбе менән ватандаштарыбыҙҙың еңеүе менән тамамланды. Ярыштарҙың һуңғы көнөндә тау саңғыһы трассаһында сноубордсылар параллель слаломда уҙышты. Сноубордтың был төрө ғәҙәттәгеһенән спортсыларҙың икәү бергә ҙур тиҙлек менән тауҙан шыуып төшөүе менән айырыла. Ошо уҡ көндө башҡаланың Биатлон спорт комплексында саңғыла эстафета үтте. Һәр команданан дүртәр спортсы ҡатнашып, егеттәр 5, ҡыҙҙар 3 километрға йүгерҙе. Һауа шарттары Рәсәй атлеттары өсөн күнегелгән, тимәк отошло булды.Баһалама ағзалары спортсыларҙың юғары әҙерлеген таный. Командалар бары икәү булғас ярыштар тиҙ тамамлана, шуныһы үкенесерәк, ти улар.Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов белдереүенсә, ике ил йәштәре араһындағы уйындар Рәсәйҙә лә, Ҡытайҙа ла көйәрмәндәр иғтибарын киңерәк яулай. Улар спортта юғары ҡаҙаныштар өсөн тәжрибә майҙаны ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарға әҙерлек сараһы ла. Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү йәһәтенән дә был ярыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостандың сатлама һыуыҡтары ысын спортсыларға ҡамасау түгел. Кәйефтәр көр, маҡсаттар бер – еңеүгә. Ошо өс көндә командалар ғәҙел ярыш күрһәтеп көйәрмән һәм спорт һөйөүселәргә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.