Яңы йыл шыршыһы ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

Тулыраҡ: Яңы йыл шыршыһы ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.

Республиканың төп шыршыһына «Киреһенсә Яңы йыл» тигән тамаша әҙерләгәндәр, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Байрамға 780 бала саҡырылған. Балаларҙы шат клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл фотозоналары, күләмле декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, яңы йыл тамашаһы көтә.