Өфөлә йәшәүсе Илдар Ғатауллин боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға. Еңел булмаған шөғөл үҙенсәлектәрен беҙҙең ижади төркөм дә күреп ҡайтты.
Егерменсе быуаттан алып һаҡланып килгән был сихри тәңкәләр яңы эшләнәсәк һаҡалды биҙәйәсәк. Башҡорт милли хазинаһының бөтә нескәлеген белеүсе оҫта Илдар Ғатауллин теүәл ун йыл шәхсән эшенә тоғро ҡала.
Һаҡалды эшләү өсөн күп көс һәм түҙемлелек кәрәк. Уның тәңкә-биҙәүестәрен ҡуйғанда ла бик иғтибарлы булыу зарур. Һәр оҫта һаҡалды элекке йолаларға таянып эшләргә тейеш.
Һаҡалға төрлө биҙәүестәрҙе һалып сыҡҡас, уны һаҡ ҡына итеп тегеп сығырға кәрәк. Епте лә уның төҫөнә ҡарап һайларға кәрәк. Әйткәндәй, ошондай матур һаҡал эшләү өсөн яҡынса бер ай ваҡыт талап ителә.
Элек-электән һаҡал-түшелдеректәр ҡатын-ҡыҙҙы ауырыу-сихәттән һаҡлаһа, ә бына уның сыңлап торған тәңкәләре насар көстәргә, күҙ тейеүҙән сикләй. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоҡто яҡшырта, ә йәшел төҫтәр иһә күңел тыныслығын һаҡлай. Хәҙерге ваҡытта ла башҡорт милли кейемдәре үҙ ҡиммәтен юғалтмауы ҙур баһаға лайыҡ, ти оҫта.
Илдар Ғатауллин заман техникаларына таянып, принтер ярҙамында боронғо сулпыларҙың өс-д моделен дә эшләй. Улында башҡорт милли кейемдәренә ҡыҙыҡһыныу уятыусы Зөлфиә Ғатауллина уға бар яҡлап та ярҙам итә. Ул күлдәктәрҙең төҫөнә ҡарап, һаҡал, ҡашмауҙарҙы дөрөҫ һайлап бирә.
Ғатауллиндар ғаиләһе төрлө ҡала, райондарҙа үткәрелгән күргәҙмәләрҙә лә мотлаҡ ҡатнашып тора. Бөтә күңелде һалып башҡарған эш үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти улар.