Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра.
Илдар йыл һайын пиротехника һатып ала. Өлкәндәр өсөн ул Яңы йылдың төп уйынсығы, ти егет. Һатыусылар ҙа байрам алдынан халыҡтың күпләп фейерверк алыуына күнегеп бөткән. Илдарға фейерверктың бер-нисә төрө тәҡдим ителде. Хатта уның нисек шартлағанын һүрәтләгән видеояҙма ла эшләнгән. Йәғни, халыҡ һатып алһын өсөн һатыусылар төрлө ысулдарын эҙләргә тырыша.
Пиротехника алғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һатып алғанда ҡулланма менән танышырға кәрәк. Уның дөрөҫ һаҡланыуы мөһим шарт. Һатып алыусылар тауарҙың лицензияһына һәм рөхсәт ҡағыҙҙарына ла иғтибар итергә тейеш. Пиротехника һатыусыларҙы етди тикшереүгә ҡрамаҫтан, тап байрам алдынан ғына законһыҙ һатыусылар күбәйә һәм һатыуға тикшереү үтмәгән тауарҙар сыға.
Яуапһыҙлыҡ йыш ҡына хәүефле осраҡтарға килтерә.Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр байрамдарҙы дауаханала үткәрергә мәжбүр.
16 йәшкә тиклемге балаларға пиротехника һатыу ҡәтғи тыйыла, әммә балалар шартлатҡыстарҙан йыш зыян күрә. Ябай шаярыу мәңге тәндә йәрәхәт булып ҡалыуы, ихтимал.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һатып алыусыларҙы иғтибарлыраҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Фейерверктарҙы эргә тирәлә ағас булмаған асыҡ урындарҙа, машиналарҙан ҡырғараҡ урынлаштырып осороу кәңәш ителә.