Торатау Конгрес-холлы алдында тантаналы рәүештә “УАЗ” һәм “ГАЗ” нигеҙендә эшләнгән, заманса йыһазландырылған яңы 23 тиҙ ярҙам машинаһы Башҡортостандың төрлө тарафтарына юлланды.
Республиканың тиҙ ярҙам машиналары паркын яңыртыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән.