Нефть сығарыу Таджикстан иҡтисадының төп һәм мөһим өлөшөн алып тора. Шуға күрә лә нефть сәнәғәте өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо йәһәттән, Рәсәйҙең алдынғы ВУЗдарының береһе ӨДНТУ менән Таджикстан 10 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә. Әлеге ваҡытта Таджикстандан уҡыу йортонда 52 студент техник һөнәр үҙләштерә. Ҡәрҙәш дәүләт президенты Эмомали Рахмон менән осрашыу киләсәктә хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеүгә шарттар тыуҙырыр тип һанай мәғариф белгестәре. Өфө дәүләт нефть техник университетын быйыл 177 сит ил гражданы тамамлаған, шуларҙың 9-ы Таджикстандан килгән студенттар. Хәҙер Эмомали Рахмон – университеттың почетлы профессоры. Тимәк йылдар дауамында барлыҡҡа килгән бәйләнештәр тағы ла нығыясаҡ. Киләһе уҡыу йылынан Башҡортостан студенттары ла Таджикстандың алдынғы уҡыу йорттарында белем ҡеүәһен үҫтерә аласаҡ. Эмомали Рахмон студенттарға төплө белем алырға, киләсәктә яҡшы белгестәр булып тыуған иленә әйләнеп ҡайтырға нәсихәт бирҙе.
ШОС илдәре берекмәһе осрашыуына килгән Таджикстан президенты Эмомали Рахмон Башҡотостанда уҡыусы яҡташтары менән осрашты
Тулыраҡ: ШОС илдәре берекмәһе осрашыуына килгән Таджикстан президенты Эмомали Рахмон Башҡотостанда уҡыусы яҡташтары менән осрашты