Пермь ҡалаһындағы Соликамск ҡалаһында “Уралкалий” акционерҙар йәмғиәте шахтаһында һәләк булған тағы ла бер эшсе табылды. Ғәҙәттән тыш хәл 22 декабрь 363 метр тәрәнлектә теркәлгәйне.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Соликамск шахтаһында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан граждандарының ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтергә бойороҡ бирҙе. Һәләк булыусылар-Белореттан Сергей Игнатенко, Өфөнән Сергей Томшин, Антон Абрамов.
Уларҙың ғаиләләре бер тапҡыр бирелә торған 8 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Уның берешәр миллионын Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән республика, берешәр миллионын Социаль страховкалау фонды, 2-шәр миллионын эш биреүсе, “Уралкалий” компанияһы 3-шәр миллион түләйәсәк. Пермь крайы хакимиәте һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә 1-шәр миллион һум аҡса бирәсәк.