Өфө ҡалаһында йәшәүсе Евгений Полихач интернет аша аҡса эшләйем тип мутлашыусыларға 2 миллион ярым һум аҡсаһын биргән. Хәҙер ул ғаиләһе менән кредит һаҙлығына батып йәшәргә мәжбүр.
Ә интернеттағы мутлашыусылар яңы ҡорбан эҙләй. Ике бала атаһы еңел аҡса эшләйем тип, хәҙер кредит түләргә мәжбүр. Бер-нисә ай элек билдәһеҙҙәр телефон аша шылтыратып интернет аша аҡса эшләргә тәҡдим иткәс, оҙаҡ уйлаймай ризалаша. Тик хәҙер мутлашыусыларға бирелгән аҡсаны кире ҡайтарып булмай. Интернет селтәрендә еңел аҡса эшләргә тәҡдим иткән төрлө сайттарҙың яртыһы тиерлек халыҡты алдау маҡсатынан эшләнгән, ти белгестәр.
Ошондай хәлгә эләкмәҫ өсөн, тәү сиратта, ул ойошманың эшмәкәрлеге, халыҡтың баһаламаһы менән танышырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа, бындай хәлгә юлығыусылар һаны артҡандан-арта. Әгәр ҙә интернет аша еңел аҡса эшләү ысулы шик тыуҙыра икән, тәүәкәлләшергә кәрәкмәй. Кире осраҡта бурысҡа батыуығыҙ ихтимал.
Әле Евгений Полихач Республиканың Эске эштәр министрлығына ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ете тапҡыр үлсәп, бер ҡат киҫмәһәң мутлашыусылар ҡулына эләгеүеңде көт тә тор.