Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Тулыраҡ: Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Башҡортостандың Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде, тип хәбәр итә, башинформ агентлығы. Ауылда бер ҡатынға ҡырағай төлкө һөжүм иткән. Шул уҡ көндө йәнлек башҡа кешеләрҙе лә тешләгән. Төлкө атып үлтерелгән. Ветеринарҙар үткәргән тикшереү уның ҡотороу сирле икәнен асыҡлаған. Зыян күреүселәр урындағы дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм тейешле дауа алған. Карантин биләмәһендә эт, бесәй күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу, кейек аулау тыйыла.