Ауыл табибы

Тулыраҡ: Ауыл табибы

„Ауыл табибы„ программаһы Рәсәйҙә 2012-се йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла. Мәғлүм булыуынса, ошо арауыҡта 1 мең 300 белгес ауылға эшкә ҡайтҡан. Йәштәр ҡайтһын өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейеш? Дыуан районы ҡыҙы Дарья Сычина быйыл ғына медицина университетын тамамалаған. Ярты йыл элек ул Архангел районы үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған. Йәш белгесте урындағы халыҡ үҙ итеп тә өлгөргән. Бик йылы ҡаршы алдылар, килгәс тә ике ҡатлы торлаҡ бирҙеләр, тип шатлана йәш белгес