Нәфисә Кинйәбаева парламент эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы журналист

Тулыраҡ: Нәфисә Кинйәбаева парламент эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы журналист

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төбәк парламенты эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистарҙы бүләкләне. Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте ойошторған конкурста быйыл 200-ҙән ашыу хеҙмәт тәҡдим ителде. Шуларҙың 30-ҙан ашыуы дипломдарға лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Нәфисә Кинйәбаева ла бар.