114 бала Кремль шыршыһына юлланды гузель Ишкинина

Тулыраҡ: 114 бала Кремль шыршыһына юлланды гузель Ишкинина

Бөгөн Өфө-Мәскәү рейсы менән Кремль шыршыһына республиканан 114 бала оҙон юлға сыҡты. Ҙур сараға иң алдынғы, яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулаусы уҡыусыларҙы саҡыралар. Аэропортҡа улар Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм фельдшерҙар оҙатыуында килгәйне. Бынан тыш, быйыл Кремль шыршыһына балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҙә бара. Ә Мәскәүҙә иһә Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған саранан тыш, ҡунаҡтарҙы ҡала буйлап сәйәхәт һәм иҫтәлекле урындар менән танышыу көтә. Илдең төп шыршыһында ҡатнашыусылар араһында быйыл 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Камилла Әсәҙуллина ла бар. 10 йәшлек Камилланың яңы йыл алдынан ҙур хыялы тормошҡа ашты. Ҡыҙ Мәскәүҙә Президент шыршыһында ҡатнаша. Илдең иң ҙур шыршы байрамында ҡатнашыу өсөн күлдәк, туфлиҙар әҙер, хәҙер иһә концерт номеры ғына әҙерләйһе ҡалған. Шуға ла Камила дәрестәрҙән һуң, бер туған апаһы Элина менән яңы йыр өйрәнә. Ҡыҙҙар балалар йортона бында ярты йыл элек кенә килгән. Эргәлә атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Хәҙер бер-береһе өсөн улар ҙур терәк-таяныс, ҡайғы-шатлыҡ та икеһенә берәү. Шатлыҡлы хәбәрҙе апалы-һеңлеле Әсәҙуллиналар мөғжизәгә тиңләй.Тырыш уҡыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, мәктәптең иң моңло һандуғасы. Бар яҡлап та һәләтле: бәләкәйҙән бейеү, һүрәт төшөрөү, музыка менән мауыға. Саранск ҡалаһында уҙған биҙәү-ҡулланма әйберҙәре халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашып, беренсе урын алыуы өсөн дә ҡыҙ илдең төп шыршыһына барыу хоҡуғын алған.Балалар йортонда барлығы 41 бала тәрбиәләнә. Иң кесеһенә 7 йәш. Ошо тәрбиәләнесеүләрҙең береһе генә булһа ла бындай ҙур байрамға эләгә икән, тимәк был үҙе ҙур бәхет, ти тәрбиәселәр.