Баҡалы районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Марат Хәкимов үҙ ҡулдары менән трактор йыйған. Тимер ат ярҙамында ул яҙғыһын баҡса эштәрендә көс түкһә, ҡышҡыһын иһә урамды ҡарҙан таҙарта. Хәҙер Марат Хәкимов көнкүрештә иң кәрәкле техника — тракторын һәр кемгә күрһәтеп, уның серҙәре менән бүлешә ала. Бәләкәй сағынан тимер-томор, машина яратып үҫкән хужа үҙ көсө менән трактор эшләгән. Тимер атты аҙағына тиклем булдырыу үҙе бер мажаралы хәл ине, тип иҫләй хужа. Бының өсөн ул ҡалған машиналарын ҡуллана, кәрәкле механика ҡоролмаларын һатып ала. Тракторҙы ла ул төрлө миҙгелгә яраштырып ҡуллана. Яҙғыһын тап ошо трактор ярҙамында Марат Хәкимов ер эшкәртеп, картуф сәсһә, ә көҙгөһөн иһә йәнә тимер ат ярҙамында йыйып ала. Бындай ысул күпкә отошло. Көс тә күп түгелмәй, эш тә тиҙерәк бөтә.Марат Хәкимов һигеҙ йыл дауамында көнкүреш эштәрен тик ошо трактор ярҙамында башҡара. Быйылғы ҡышты ла, мәҫәлән, тимер атһыҙ үткәреп булмай, ти ул.Үҙ ҡулдары менән эшләгән техника ярҙамында оҫта ярты сәғәт эсендә урамды ҡарҙан таҙарта. Күренеүенсә, ихата эсе тап-таҙа.Хужаның үҙенсәлекле шөғөлө менән ауыл халҡы ла ҡыҙыҡһына. Алдағы йылдарҙа ла ул яратҡан тимер атын йәнә йәмләндерергә һәм яңы техника уйлап сығарыу теләге менән янып йәшәй.
Оҫтаһына күрә ҡоралы
Тулыраҡ: Оҫтаһына күрә ҡоралы