Туймазы районында декабрь айында ғына икенсе тапҡыр торлаҡ йортта сыҡҡан янғын арҡаһында балалалар һәләк булды. Был юлы Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән ғаилә фажиғәгә тарыны. Билдәле булыуынса, ғаилә бер нисә йыл элек Таджикистандан күсеп ҡайтҡан. Тәүҙә ғаилә башлығы ауылда төпләнә, һуңынан ҡатынын килтерә. Фажиғә төнөндә балаларҙың атаһы ҡайныһын оҙата киткән булған. Әсәләре ике ҡыҙы менән өйҙә ҡалған. Чиновниктарҙың битарафлығы арҡаһында Туймазы районында тағы ла ике баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡыҙҙарҙың береһенә бары 4, икенсеһенә 2 йәш ине. Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән ғаилә бар яҡлап та ыңғай баһалана. Аталалары төҙөлөш эштәрендә йөрөгән, әсәләре йорт хужабикәһе булған. Янғын төнөндә ғаилә башлығы өйҙә булмаған. Билдәле булыуынса, 31 йәшлек әсәй электрсымынан янғын осҡондары сығыуына иғтибар итә һәм күршеләренә ярҙам һорап йүгерә, кире ҡайтҡанда ялҡын өйҙө тулыһынса ялмап алған. Балаларҙы сығарып өлгөрмәйҙәр. Таңғы етенсе яртыла күрше Ҡандра ауылынан янғын һүндереүселәр тиҙ килеп етә. Әммә машинала һыу бөтә, ауылда үҙәкләштерелгән һыу үткәрелмәгән булған. Был ауылдың иң ҙур проблемаларының береһе, ти ауыл халҡы. Ағас өй менән бер юлы ихаталағы төҙөлөш тә яна башлаған. Билдәле булыуынса, һарайҙа йылытҡыс ҡуйылған. Янғындың сәбәптәре асыҡлана һәм ҡайҙан башланғаны тикшерелә. Район үҙәгенән 5 янғын һүндереүсе машинаһы эшләй. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күптән түгел күрше Ҡандра ауылында ла янғын арҡаһында 3 бала ғүмере өҙөлдө. Фажиғә алдынан ғына ғаиләләрҙә янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереү үткәрелгән. Күп балалы һәм ата-әсәләре эскән ғаиләләр контролгә алынған. Ә Иҫке Ҡандра ауылында фажиғәгә тарыған ғаилә улар иҫәбенә инмәй. Ауылда һуңғы тапҡыр 2016 йылда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса йыйылыш ойошторолған. Түрәләрҙең халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш итеүе күп мәсъәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер ине.
Янғын ҡорбандары
Тулыраҡ: Янғын ҡорбандары