Ғинуар айының тәүге ун көнөндә фажиғәләр һаны өс-дүрт тапҡырға арта, уларҙы кәметеү һәм булдырмау йәһәтенән бөгөн яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек тураһында матбуғат конференцияһы үтте. Янғын, юл-транспорт авариялары, һыу ятҡылыҡтары менән бәйле бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеп була, тине унда ҡатнашыусылар. Халыҡта үҙ-үҙен һәм яҡындарын һаҡлау мәҙәниәтен үҫтереү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Үткән яңы йыл байрамдарында 609 водитель иҫерек килеш тотолған, йыл башынан алып юл-хәрәкәте фажиғәләрендә 4 меңдән ашыу, янғындан 227 кеше һәләк булған, унауы – балалар. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәр йортҡа һәм фатирға янғынды иҫкәртеүсе махсус ҡоролма ҡуйырға тәҡдим итә. Быйыл сабыйҙары тыуған һәр ғаиләнең, хакимиәттә, бала табыу йорттарында, загс бүлексәләрендә ғариза яҙып, бындай ҡоролманы бушлай алыу хоҡуғы бар.
Ни өсөн республикала янғындар арта?
Тулыраҡ: Ни өсөн республикала янғындар арта?