Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сицилияла Этна вулканы уянған. Шуға властар урындағы Катания аэропорты эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған. Унда 130 ер тетрәүе теркәлгән. Иң көслөһөнөң магнитудаһы 4 баллға барып етә.

Бур болан. Америкала Санта-Клаустың ярҙамсыһы Рудольф исемле боландың битлеген кейгән ҡатын енәйәт эше ҡылған. Ул бер ойошманың бинаһына инеп, унан кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын урлап алып сығып киткән. Танымаһындар өсөн костюм кейгән булһа ла, күҙәтеү камералары алдында ғына ҡараҡ битлеген сисеп кире кейә. Әле полиция енәйәтсене эҙләй.

Берлин тюлендәре һалҡындан ҡурҡмай. Раштыуа уңайынан, Германия ғына түгел бөтә донъяға билдәле морждар төркөмө Оранке күлендә һыу ингән. Әлбиттә, быйыл һауа температураһы башҡа йылдарға ҡарағанда йылыраҡ. Күлдә хатта боҙ япмаһы ла юҡ. Һыу температураһы 4,9 градус йылы.