Респубика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр һәм уйлап табыусылар, инженерҙар һәм табиптар, уҡытыусылар һәм фән эшмәкәрҙәре. Бүләкләнеүселәр исемлегендә алты тиҫтәнән ашыу кеше. Бөгөн һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ өсөн айырым һәм республика өсөн дөйөм тантана, тип белдерҙе, Радий Фәрит улы. Республика етәксеһе Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университеты президенты, профессор, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, космонавт Виктор Савиныхҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Виктор Петрович Башҡортостандан сыҡҡан танылған яҙыусы, әле үҙе етәксләгән юғары уҡыу йортоноң беренсе етәксеһе Сергей Тимофеевич Аксаковтың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индерә. Төрлө тармаҡта фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеп республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән ватандаштарыбыҙ араһында Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Лилиә Абдуллина ла бар. Педагогика һәм психология факультеты деканы бөгөн республикала белем биреү өлкәһенә йүнәлтелгән иғтибарҙы юғары баһалай. Лилиә Бакир ҡыҙы хеҙмәттәштәре генә түгел, студенттары менән дә ғорурлыҡ тойғоһон белдерә.
Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы
Тулыраҡ: Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы