Даны донъяға таралған оҫта

Тулыраҡ: Даны донъяға таралған оҫта

Ейәнсура районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Фуат Ҡужахмәтовтың даны Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралған. Яңыраҡ халыҡ-ара варгансылар ойошмаһы ағзаһы Лео Тадагава ла Башҡортостан ерендә булып, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы менән яҡындан танышып ҡайтҡан. Фуат Ҡужахмәтовтың ҡумыҙҙары менән билдәле артистар ҙа уйнай. Ҡумыҙ эшләү өсөн 150 һәм 200 ҡаҙауҙарҙы бушҡа һайламайҙар. Улар сифатлы ҡоростан ҡойола, тей оҫта. Шулай уҡ, ҡумыҙҙы еҙҙән, көмөштән йә тутыҡмай торған тимерҙән дә эшләйҙәр. Ә телен бысҡы йә салғынан ҡырҡып яһайҙар. Иң моңлоһо патифон деталенән эшләнгәне, ти Фуат Ҡужахмәтов. Заманында Фуат Ҡужахмәтовтың әсәһе һәм ҡартәсәһе ҡумыҙҙа уйнаған. Йәғни, ғаиләһендә үк был музыка ҡоралына һөйөү сатҡылары һалына. Ауылға йыш йөрөгән артистар ҙа ҡумыҙсының был шөғөлөнә тәъҫир итмәй ҡалмай. Ҡумыҙ – башҡорттарҙың боронғо уйын ҡоралы, ул башҡа халыҡтарҙа ла осрай. Элек кис ултырғанда, мотлаҡ ҡумыҙҙа уйнап алыр булғандар. Ҡумыҙ уйнаған кешенең көсө арта, аңы таҙара, тип иҫәпләнә. Табиптар ҙа шундай һығымта яһаған. Ҡумыҙ тәндәге көсөргәнешлекте кәметә. Фуат Ҡужахмәтов әйтеүенсә, ҡумыҙ кеше һаулығы өсөн бик тә файҙалы. Милли инструмент үпкә һәм тын юлдары ауырыуҙарын дауалай, тешкә файҙалы. Ҡанда тимер етешмәгәндә лә ҡумыҙ уйнарға кәңәш ителә. Шуға күрә, ата-бабаларыбыҙ бәләкәй саҡтарынан уҡ балаларҙы ҡумыҙ серҙәренә өйрәткән. Ҡумыҙ оҫтаһының эштәрен райондан ғына түгел, Өфөнән һәм башҡа ҡалаларҙан килеп алалар. Улар араһында билдәле ҡумыҙсылар ҙа бар. Фуат Ҡужахмәтовтың ҡумыҙҙарын конкурстарҙа еңеү яулаған балаларға ла бүләк итәләр. Оҫта ауыл хужалығында эшләй, ҡортсолоҡ менән булыша. Һуңынан оҙаҡ йылдар ауылда мәҙәнит йорто мөдире була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул мәҙәниәткә һәм сәнғәткә тоғро ҡала. Республикала ҡумыҙ сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Фуат Ҡужахмәтов та Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашып тора. Ҡумыҙ эшләү йән тыныслығы бирә тей, оҫта. Талантлы кеше — бар яҡлап та камил. Фуат ағай мандолинала, гармунда ла уйнай һәм халыҡты йыр-моңға ғашиҡ итә.