Бөгөн Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй

Ҡотҡарыусы — белем һәм тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндәге иң ауыр, хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Ҡотҡарыусыларға көн һайын тиерлек үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға һәм билдәһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарырға тура килә. Улар тәүлек әйләнәһенә уяулыҡты юғалтмай. Ҡотҡарыусыларға заман технологиялары ла ярҙамға килә. Квадрокоптер ҡотҡарыусыларҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә бара. Уның ярҙамында урмандағы ҙур янғындарҙы асыҡларға, юғалған кешеләрҙе лә, малдарҙы ла эҙләргә мөмкин.