Карьер сәбәпле карьераңдан ҡолаҡ ҡаҡма

Тулыраҡ: Карьер сәбәпле карьераңдан ҡолаҡ ҡаҡма

Баймаҡ районында законһыҙ карьерҙарҙа ай ярым эсендә генә миллиондарса һумлыҡ ҡанун боҙоуҙар асыҡланған. Республика етәксеһенең был өлкәлә тәртип урынлаштырыу тураһындағы ҡарарын урындағы халыҡ хуплап ҡабул итә. Сөнки аҡсалар урындағы ҡаҙнаға инмәй, ылау-ылау булып Мәскәү, Санкт-Петербург, Чечняға ағыла. Башҡортостан тәбиғәтен тәләфләүгә ҡаршы булған халыҡ яғына баҫҡан Радий Хәбиров эшмәкәрлеге шуға ла халыҡта яҡлау тапты. Темәс ауылы янындағы был карьерҙа әле тынлыҡ. Лицензиялары булһа ла ҡаҙыу эштәре туҡтатылған. Берҙән ер туң, икенсенән Республика етәксеһенең ошо туралағы күрһәтмәһе бар. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың вәхшиҙәрсә тәләфләнеүен күреп Радий Хәбиров ноябрь башында эштәрҙе туҡтатырға, тармаҡта тәртип урынлаштырырға ҡушҡайны. Баймаҡ районы биләмәһендә 39 карьер асыҡланған, шуларҙың 25-е генә лицензия буйынса эшләй. Ҡалғандарында еңел аҡса артынан ҡыуыусылар кеҫә ҡалынайта. Был ерҙәге яҫматаш һуңғы йылдарҙа шәхси йорт төҙөлөшөндә биҙәү эштәре, юл түшәме өсөн әүҙем ҡулланыла. Тәбиғи материалға ихтыяж булғас тәҡдим итеүсеһе лә табыла. 2000-се йылдар башында ҡәбер, нигеҙ ташы өсөн генә тип бүлнгән был карьерҙан бөгөн күпме таш сығарылғанын күҙ алдына ла килтереүе ауыр...

Ошондай хәл һәр икенсе карьерҙа, бигерәк тә Темәс яны һуғыш яланын хәтерләтә. Таш ҡаҙып алынған, ә рекультивация эштәре һаман башҡарылмай. Экологтар вәкәләттәр етмәүенә зарлана, штраф һалына, әммә судта дәлилдәр етешмәйенсә ул да инҡар ителә.Йыл башынан райондағы лицензиялы 25 карьерҙың 11-ендә етешһеҙлектәр асыҡланған. Дөйөм штрафтар күләме ни бары 2 миллион һум тирәһе, ә зыян йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ, эшҡыуарҙар иһә бер йәйҙә миллардлыҡ таш сығара. Проблемалар ысынлап та бихисап. Карьерҙарҙың күпселегендә бөгөн лицензияһыҙҙар эшләй, сөнки уларҙы тотоу, яуапҡа тарттырыуы ауыр. Мәҫәлән, урман фонды ерҙәрендә ҡаҙыусыларҙы урмансылар йыш осрата, быйыл ундайҙар 18 булған. Миҙгел башланыу менән таш тейәгән меңәрсә йөк машиналары Баймаҡ карьерҙарынан тура Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Чечен республикаһына юллана. Йөк машиналарын тикшереүсе күсмә комплекстар ҙа таш ҡараҡтарын асыҡларға ярҙам итә. Тик тәбиғи материалдың урланғанмы, әллә законлы карьерҙан сығарылғанмы икәнен асыҡлауы һәм яуапҡа тарттырыуы тағы ла ҡаршылыҡтарға осрай. Шуға ла районда яуаплы бөтә ведомстволарҙы берләштереүсе комиссия төҙөлгән. Тәүге һөҙөмтәләр бар.Мәсьәләне хәл итеүҙең иң ғәҙел юлы – урында эшкәртеүҙе яйға һалыу. Беренсенән Урал һыртында ғына осраған уникаль таш түбән хаҡҡа ситкә китмәҫ ине. Ташты бер үк ҙурлыҡта ҡырҡып ҡына һатҡан осраҡта ул кәмендә ике тапҡырға ҡиммәткә китә, әмахсус станокта шымартылған ҙур яҫмаларҙың хаҡы баҙарҙа йөҙәр мең һумға барып етә.

Икенсенән өҫтәмә эш урындары. Үткән йыл ғына Темәстә эш башлаған был предприятиела мәҫәлән, 30 кеше эшләй.Әлегә сирек быуат вәхшиҙәрсә аҡтарылған ер ҡуйыны һуғыш яланын хәтерләтә. Тәртипте был тәңгәлдә һәр яуаплы чиновниктан, ҡултамға ҡуйыусынан алып, урында мал-тыуарын аҫрап барын күреп йөрөгәндең намыҫында хужаларса ҡарашынан башлана.