БДМУ клиникаһында яңы алым ярҙамында беренсе операция

Тулыраҡ: БДМУ клиникаһында яңы алым ярҙамында беренсе операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡан тамырҙары төйөрсөктәренә яңы алым ярҙамында беренсегә операция эшләнде. Был саранан хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина ла ситтә ҡалманы. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуып барған Рәмис Сәйҙәшевтың һул аяғына яңы алым ярҙамында операция эшләнә. Пациент тулыһынса үҙ аңында, анестезияны Әлеге алымды пациенттарҙың күбеһендә ҡулланырға мөмкин. Элек бындай операцияларҙан һуң төҙәлеү өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителһә, хәҙер иһә ауырыу икенсе көндө үк аяҡҡа баҫа, ти табиптар.Был технология аяҡһыҙ ҡалыу хәүефе янаған бик күп пациенттарға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Яңы ысул тәжрибәһе менән Мәскәү табиптары бүлеште.

Был операцияны башҡарыу өсөн элекке кеүек ҙур яра эшләү талап ителмәй. Пациентҡа укол эшләйҙәр һәм бер миллиметорҙан да нәҙек булған үткәргес ярҙамында төйөрсәләрҙән арыналар. Ике көн эсендә биш пациентҡа Мәскәүҙән килгән табип менән берлектә яңы ысул менән операция яһау планлаштырылған. Операция уңышлы үтһә, уны артабан киң ҡулланыу ҡарала. Бындай үҙенсәлекле операция башҡортостанда беренсегә эшләнә.. Ауырлығына ҡарап ул 40 минуттан өс сәғәткә тиклем дауам итә. ... пациент икенсе көнгә үк аяҡҡа баҫа алыу мөмкинлек бирә.