Аналог телевидениһы һүндерелә

Тулыраҡ: Аналог телевидениһы һүндерелә

Башҡортостандың РТРС компанияһы белгестәре икенсе мультплекстың һуңғы тапшырғыстарын тоташтырҙы. Цифралы телевидение төбәктә хәҙер тулы кимәлдә эшләй башланы. Сифатлы, бушлай 20 каналды республика халҡының 95% ҡарай ала.. 2015 йылдан РТРС төбәктә барлығы 216 вышка төҙөнө. 2018 йылдан алып “Башҡортостан дәүләт телерадио компанияһы” тапшырыуҙарын беренсе мультиплекста Рәсәй-1, Рәсәй-24 ҡарарға, Рәсәй-Башҡортостан радиоһында тыңларға мөмкин. Ә киләһе йылдың 3 июненән Башҡортостан тулыһынса цифралы технология күсә, ә аналог телевиденияһы һүндереләсәк.