Бер-нисә минут элек республика хөкүмәтендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә оператив кәңәшмә тамамланып тора. Уҙып барған йылдағы һуңғы ултырышта эш хаҡтары буйынса бурыс, инвестициялар йәлеп итеп, һалым түләү һәм урамдарҙы яҡтыртыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был мәсьәләләр киләһе йылда ла көнүҙәк буласаҡ. Эш хаҡтарын түләүгә килгәндә, ул тулыһынса хәл ителмәгән. Яңы йылға күп кенә хеҙмәткәрҙәр эш хаҡын тулы күләмдә алмайынса ҡаршылай. Әммә киләһе йылдан хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк, тине Республика етәксеһе.
Эш хаҡтары буйынса бурысты күметеү-төп бурыс
Тулыраҡ: Эш хаҡтары буйынса бурысты күметеү-төп бурыс