Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың депутаттарға мөрәжәғәтнәмәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды. Парламент рәйесе билдәләүенсә, эшсе төркөм булдырылған. Мәғариф тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, балалар баҡсаһына бүленгән компенсация барлыҡ граждандарға ла бер йылға оҙайтыла. Март айында Федерация Советында Башҡортостан республикаһының презентацияһы үтәсәк. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ошо сараға әҙерлек тә ҡаралды.
Мөрәжәғәтнәмәне тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды
Тулыраҡ: Мөрәжәғәтнәмәне тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды