Республика клиник балалар дауаханаһының онкология һәм гемотология бүлегендә дауаланған балалар өсөн яңы йыл байрамы ойошторолдо. Балаларҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотланы. Алһыу Суфиянова дауам итә. 4 йәшлек Милена ҡыш бабайға хат яҙып, ҡурсаҡ һораған. Ҡыҙҙың теләге бойомға ашты, ҡыш бабай бүләкте үҙе килтереп бирҙе. Баш мейеһе шеше – Милена ошондай диагноз менән йыл ярым көрәшә. Азалияның сире иһә донъяла бик һирәк осрай. Ҡатмарлы сирҙәрҙән дауаланған балалаларҙың иң ҙур теләге – һауығыу. Ҡҡыш бабайға яҙған хаттарында ла улар үҙҙәренә һәм шулай уҡ ҡыш бабайға сәләмәтлек теләгән.Ҡыш бабай һәм ҡарһылыу менән бергә хәйриә фонды ла балаларға төрлө бүләктәр әҙерләгән. Мәрхәмәтле ханым яҙмыш һынауына дусар булған 2 йәшлек Самираға ҡурсаҡ йорто эшләгән.Һәр бүләк шәхсән. Балалар үҙҙәре теләгән уйынсыҡтарҙы алып шатланды. Бәләкәстәр көн һайын ҡот осҡос сирҙәр менән көрәшергә мәжбүр. Ошондай байрамдар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың теләктәрҙе бойомға ашырыуы ла киләсәккә өмөт өҫтәй.Дауаханалағы иң кескәй пациентҡа ни бары 3 ай ғына. Һәр ата-әсә, табиптар балаларҙың һау-сәләмәт киләсәгенә ҙур өмөт бағлай, ышаныс менән йәшәй.
Бала күңеле
Тулыраҡ: Бала күңеле