Ни өсөн бүре шамандарға мөрәжәғәт иткән?

Тулыраҡ: Ни өсөн бүре шамандарға мөрәжәғәт иткән?

Бүре һәм ете кәзә бәрәсе әкиәтенең аҙағын барығыҙ ҙа белә. Хатта бер нисә вариантта, шулай бит. Береһендә инә кәзә бүрене һөҙөп эсен бүһереп ебәрһә, икенсеһендә баҙға ҡолатып төшөрә. Ә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле янындағы балалар студияһы ҡуйған әкиәттә бүрене бөтөнләй башҡа яҙмыш көтә. Урамдағы ҡар өйөрмәләре кеүек, ансамблдең сәхнәһе артында, грим, костюм бүлмәләрендә, фойела, хатта баҫҡыста һәм әлбиттә бейеү залдарында бәләкәс бейеүселәр орсоҡ кеүек өйрөлөп-сөйрөлә. Студияның йөҙләгән ҡыҙ һәм малайы был юлы әкиәт персонаждары. “Бүре һәм ете кәзә бәрәсе” әкиәтендә ҡайҙан урыҫ малайҙары, башҡа милләт вәкилдәре, мәҫәлән, итальян ҡыҙҙары, тиерһегеҙ. Һәр береһенең был әкиәттә үҙ роле бар. Шулай ҙа төп ролдә кәзә һәм бүре. Хореографик спектаклде сәхнәгә бейеү студияһының етәксеһе Альбина Нуриманова ҡуйған. Әкиәт китапта яҙылғанса башлана, ә артабан инә кәзә яңы йыл бүләктәрен эҙләп баҙарға юллана. Төрлө халыҡ бейеүҙәре тап ошо баҙарҙы һынландыра ла инде.Ә бүре тауыш нәҙегәйтеүҙә шамандар көсөн ҡулланып ҡарай.Көнсығыш илдәренә юлланып, диңгеҙ төбөндә һаҡланған ынйы бөртөгөн табып та нәҙек тауышҡа хужа була алмай бүре.Ә бына ҡоштар уға ярҙам итерме? Быныһын тик тамашасылар ғына белә. Иллә мәгәр, бүре алты кәзә бәрәсе урынына береһен генә ашап өлгөрә.Бына шундай ғәҙәти түгел тамашаны Өфөнөң бер килке балалары күреп ҡайтты кисә. Бүре, инә кәзә һәм ете кәзә бәрәсе тамашасыларҙы бөгөн дә үҙендә ҡунаҡта ҡабул итте.