Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышы башланды

Тулыраҡ: Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышы башланды

Уның йомғаҡтары буйынса берлектәһе мөһим документтарға ҡул ҡуйылыр тип көтөлә. Әле ШОС-ҡа Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан инә, Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан – күҙәтеүселәр статусында. Партнерҙар сифатында Төркиә, Шри-Ланка, Белоруссия сығыш яһай. Уҙған йыл Пакистан менән Һиндостан ШОС-ҡа инеү теләген белдеҙе, бөгөн Өфөлә был процесты башлау күҙаллана. Һуңғы ҡарарҙар киләһе йылда Һиндостанда үтәсәк ШОС саммитында ҡабул ителергә тейеш. Ултырыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында танышырға мөмкин.