Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм эскән килеш тәмәке тармағыҙ.
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты үткән йыл аҙағындағы бәхетһеҙ осраҡтар сәбәпле граждандарҙы уяуыраҡ булырға саҡыра. Яңы йыл төнөндә генә республикала янғында өс кеше һәләк булған.
Өфөләге мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге операторҙары яңы йылды ҡаршы алған тәүлектә 8 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән, шуларҙың 40 процентында кешеләр ашығыс медицина ярҙамын һораған.