Пакистан хөкүмәте рәйесенең хәләл ефете Кәлсөм ханым Наваз бөгөн Өфөлә Үҙәк Диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының баш мөфтөйө менән осрашты

Тулыраҡ: Пакистан хөкүмәте рәйесенең хәләл ефете Кәлсөм ханым Наваз бөгөн Өфөлә Үҙәк Диниә назаратында Рәсәй мосолмандарының баш мөфтөйө менән осрашты

Тәлғәт Тажетдин ҡәҙерле ҡунаҡты Рәсәй һәм Башҡортостанда ислам дине үҫеше һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр торошо менән таныштырҙы. Мәсеткә инеп доға ҡылғандан һуң Кәлсөм ханым Республиканың археология һәм этнография музейында булып, Башҡортостан халыҡтары көнкүреше әйберҙәрен, сармат алтыны ҡомартҡыларын ҡараны, артабан Пакистан Ислам Республикаһы етәксеһенең хәләл ефете Өфөләге Илаһи Алиһә ҡорамына сәйәхәт ҡылды.