Таҙа ҡала

Тулыраҡ: Таҙа ҡала

Торлаҡ-комунналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә яңы йыл байрамдарында эшен туҡтатманы. Бер көн эсендә Өфөлә генә йөҙгә яҡын ихата алды тәртипкә килтерелә. Бар эштәр ҙә яңы техникаларҙа башҡарыла. Бәләкәй генә машиналар өй араларында ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итә һәм эште күпкә еңеләйтә.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ихаталарҙы, балалар майҙансыҡтарын һәм автомобилдәр ҡуйыу урындарын тулыһынса ҡарҙан таҙарта. Шуға ла, йорт алдында торған машиналарҙы хужалары икенсе урныға күсереп ҡуйһын өсөн алдан иғлан яҙып эленә.

Бынан тыш, юлдар тайғаҡ булмаһын өсөн, ҡом һибелә. Графикка ярашлы, март айына тиклем баш ҡалалағы бөтә райондар ҡарҙан таҙартылып торасаҡ.