Рәсәйгә аномаль һыуыҡтар килде

Тулыраҡ: Рәсәйгә аномаль һыуыҡтар килде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда ла һауа торошоноң насарайыуы тураһында хәбәр итә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүе күҙаллана. Күреү мөмкинлеге 1 километрға тиклем сикләнәсәк.

Бөгөн иһә республикала ҡаты һалҡындар көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 29 градусҡа тиклем төшәсәк.