Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

Тулыраҡ: Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк

Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда клубтың киләсәктәге үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде.

Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубының данлы үткәненә туҡталып, киләсәктә лә уға ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.

“Салауат Юлаев” клубының генераль директоры Таһир Ибраһимов вазифаһынан бушатылды. Ул 2017-се йылдың мартынан клуб менән етәкселек итте. Былтыр көнсығышта юлаевсылар икенсе урын алып Гагарин кубогы өсөн “Тракторҙан” ете тапҡыр еңелгәйне. “Салауат Юлаев” быйыл һуңғы уйындарҙа бер-нисә тапҡыр еңеү яулаһа ла, тотороҡло уйын күрһәтә алмай. Үҙ конференцияһында ул алтынсы урында килә. Әлбиттә, көйәрмәндәр бюджеты буйынса алдынғы урында килгән команданан тик еңеүҙәр генә көтә.