Төрлө йәрәхәттәр алып 3 мең 800 кеше, шул иҫәптән мең бала мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Яңы йыл майҙансыҡтарында 99 кеше йәрәхәтләнгән.
Белгестәрҙең пиротехника менән һаҡ эш итергә саҡырыуына ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр көн дә тиерлек теркәлеп тора. Күгәрсен районында бер ирҙең тап петарда арҡаһында теше һынған, аҫҡы ирене яраланған. Өфөлә ососролған петарда тауҙан шыуып йөрөгән сабыйҙың битен яралаған.