Яңы йылдан күп үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Шуларҙың береһе йығылған ағастарға бәйле.
Хәҙер уларҙы бушлай алырға рөхсәт ителә. Урман эсендә йәшәп ағасты алтын хаҡына һатып алабыҙ тип зарлана Хәфизә Ҡадырова. Песнионерға 1 айлыҡ аҡсаһын мунса өсөн утын әҙерләүгә сығарып һалырға тура килә. Хәҙер инде ғаилә бюджетынан сығымды кәметергә мөмкин. “Валежник” атамаһын алған закон 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Унда ниндәй ағасты билетһыҙ алып ҡайтырға була, ҡайыһын ярамай икәнлеге аныҡ яҙылған. Ботаҡ, бүрәнә ҡалдыҡтары йә елдән ауған ағасты алып ҡайтыу өсөн рәхсәт талап ителмәй.Бындай сикләүҙең маҡсаты: йығылған ағас тип үҫеп ултырғанын ҡырҡтырмау.
Әгәр инспекторҙар төбөрҙө таба икән, ҡоро ағас булғанмы, йәшме штрафтан ҡотолоп булмаясаҡ. Бындай осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡоро утын әҙерләргә сыҡҡанда урмансыларҙы алдан иҫкәртеү мотлаҡ.Был закон халыҡҡа ҡоро утын әҙерләү менән бер рәттән янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһен дә хәл итергә тейеш. Т
еләһә ниндәй ағасты рөхсәтһеҙ алыуҙы 2006 йылда тыйғайнылар. Ошо ваҡыт эсендә ҡайһы бер урмандарҙа ағастар йығылып хәҙер аяҡ баҫырлыҡ түгел ти урмансылар.Яңы закон утынды халыҡҡа бер ниндәй бюрократияһыҙ алырға рәхсәт итә. Утынға алырҙай йығылған ағастарҙың ҡайҙа барлығын Урман хужалығы министрлығы сайтында йә урындағы урман инспекторҙарынан белешергә мөмкин.