Ҡышҡыһын балыҡ тотоусылар таң менән боҙ өҫтөнә ашыға. Сәмләнеп улар именлек тураһында бөтөләй онота. Боҙҙа күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты.Айрат Әхмәтов ҡышҡы балыҡ тотоу нескәлектәрен бик яҡшы белә. Уларҙың иң мөһиме-һинең нисә балыҡ тотҡаныңды күршең күрергә тейеш түгел.Юрий Давыдовҡа тап балыҡ тотҡанда илһам килә. Боҙ өҫтөндә әллә күпме шиғыр яҙған ул. Әлбиттә, балыҡ ҡармаҡлау тураһында.
Боҙ өҫтөндә тик ирҙәр. Тик балыҡ тотам тип кенә йорт эштәренән ҡасып булмай, ти улар. Ҡатындары сәғәт һайын шылтыратып хәлдәрен белешеп кенә тора. Ҡотҡарыусылар ҙа балыҡсыларҙың иң яҡын дуҫына әйләнгән. Хәлдәрен даими белешеп, боҙҙоң ҡалынлығын тикшереп кенә тора. Боҙҙа бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү өсөн ҡотҡарыусыларға заманса техника ла ярҙамға килә. Уның ярҙамында бер-нисә квадрат километрҙы күҙәтеүгә алырға мөмкин.
Балыҡсылар менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти ҡотҡарыусылар. Шуға ла һуңғы йылдарҙа бер генә күңелһеҙ ваҡиға ла теркәлмәгән.Сәйер, ҡышын балыҡ тотоу йәйгегә ҡарағанда күпкә мауыҡтырғысыраҡ, ти балыҡсылар. Шуға ла улар был шөғөлдө дауалап булмаҫлыҡ ауырыуға тиңләйҙәр.