Үткән йыл Башҡортостан иҡтисадына урманды урлап ҡырҡыусылар 130 миллион һумлыҡ зыян килтергән. Был ҡулға тотолғандарынан, ә ысынында күпме урман вәхшиҙәрсә юҡ ителгәнен бер кем дә белмәй. Урмансылар көрәшкә осоусы аппараттарҙы һәм космос мониторингын йәлеп итә. Ҡараҡтар ҙа йоҡламай, алдау ысулдарын камиллаштыра. Ә Урман хужалығы министрлығының инспекторҙары ҡулында 1 навигатор һәм 7 кешегә 1 нива машинаһы. Белорет урмандарының майҙаны буйынса Кипр дәүләте менән бер булыуын иҫәпкә алғанда ҡараҡтар өсөн урман һаҡсылары артыҡ кәртә түгел. Был төбөр хәҙер йөҙйәшәр ҡарағайҙы законһыҙ ҡырҡҡан урмансыға ҡарата енәйәт эшендә төп дәлил. Делянканан бер нисә метрҙа ғына ситтә торған ағасты эшселәр йәнәһе лә техника менән үтеүгә ҡамасаулағаны өсөн ауҙарған. Эшсеһе йыҡҡан ҡарағай өсөн эшҡыуарға 43 мең һум аҡсаһын сығарып һалырға тура килә.Бындай осраҡтарҙың бик һирәге генә асыҡлана. Законһыҙ йығылған ағас төбөрөн юҡ итеү ҙә бер ни тормай. Шуға ла инспекторҙар ағас әҙерләү барған ваҡытта уҡ тикшерергә тырыша. Был урман бүлемендә эшселәр яғынан артыҡ етешһеҙлектәр табылманы. Ҡалған һайғауҙарҙы йығырға һәм ситкә ташланған ботаҡтарҙы йыйырға ғына кәрәк. Ә бына урмансыларҙың эшендә хаталар бар.Урмансылар үҙҙәре лә йыш ҡына тәбиғәт байлығын юҡ итеүселәр исемлегенә эләгә. Урман бүлемдәрен биргән ваҡытта күләмде кәметеп яҙыу, йә ағаслыраҡ ерҙән бүлеү һ.б. Документта күрһәтелеп етмәгән ағасты ғәҙәттә эшҡыуар урмансы менән бүлешә, 10-12 мең эш хаҡына, ауыр хеҙмәт кисергән кешеләрҙе аңларға булыр ине лә... тик нәфсенең сиге юҡ. Мәҫәлән, декабрь урталарында Белорет урмансылығы етәксеһе Олег Муллоджанов ҡулға алынды. Ул биләгән вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә.Ҡулға алған ваҡытта 38 йәшлек чиновник иҫен юғалтып та маташа. Тик уның актер оҫталығына Тәфтишселәр ышанмай. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса ғына ул дәүләткә 14 миллион һумдан ашыу зыян килтергән. Белорет урмансылығында енәйәтселек хөкөм һөрөүе бер кемгә лә сер түгел. Сөнки, биләмә ылыҫлы урманға бай. Белорет районының 75 проценты ағаслыҡ булһа, шуның яртыһы ҡиммәтле тип һанала. Урмандарҙың 70 проценты әле ҙур компанияларға ҡуртымға бирелгән. Әммә бының менән дә тармаҡта тәртип урынлашмаған.Үткән йыл Белорет урмандарында законһыҙ ағас ҡырҡыуҙың 33 осрағы асыҡланған. Ғәҙәттә тәжрибәһе булмаған, яуаплылыҡ хаҡында уйланмағандар тотола.Был аҡ шыршы ботаҡтарын тунаусылар ошо статистикала. Ә ғәмәлдә ылыҫлы ағас райондан меңәрсә кубометр менән ситкә китә. Күбеһе ялған документар ярҙамында. Тәртип урынлаштырыу ниәте менән башланған реформанан кем отто һуң? Ошо ерлектә үҫкән халыҡ түгел һәр хәлдә.Урман браконьерҙарына ҡаршы көрәштә заманса технологиялар ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш. Мәҫәлән, Бөрйәндә күптән түгел законһыҙ делянка асыҡланған, уны пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында тапҡандар. Киләсәктә был ысул да әүҙем ҡулланыласаҡ.2018 –ҙә Башҡортостанда законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙан 130 миллион һумлыҡ зыян асыҡланған.
Ағасты кем урлаған?
Тулыраҡ: Ағасты кем урлаған?