Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле яңы мәғлүмәттәр

Тулыраҡ: Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле яңы мәғлүмәттәр

Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле бөгөн яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ир Артур Ибраһимов кафенан ҡайтҡанда ныҡ иҫерек булған. Иртәнге алтылар тирәһендә таксист уны йортона алып килгән. Ир аҡса артынан өйөнә инеп китә, күп тә үтмәй уның яраланған ҡатыны югереп килеп сыға. Ҡоралланып алған Артур Ибраһимов такси машинаһына тоҫҡап ата башлай. Артур Ибраһимов өс кешене алтып үлтерә һәм үҙенә-үҙе ата. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.