Иҫке йыл үтеү менән хужалар, ҡасандыр фатирҙы йәмләп торған шыршыларҙы урамға ташлауҙы хуп күрә. Өфөлә хәҙер йәшел ҡупшыҡайҙарҙы эшкәртеп унан төҙөлөш материалы етештерәсәктәр. Үҙенсәлекле акция ойошмаларҙың береһе башланғысы менән ойошторолған. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Иҫке яңы йыл үтеү менән ҡала халҡы шыршыларын тышҡа сығара башлай. 2019 йылдан ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым контейнерҙарға йыя башлаясаҡ.Республиканың урман хужалығы министрлығы 2018 йылда һатыуға 82 мең шыршы әҙерләгән. Шуларҙың яҡынса 300-ө генә һатылмай ҡалған. Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, улар шулай уҡ эшкәртеүгә оҙатылған. Һуңғы йылдарҙа яңы йыл байрамдары үтеү менән шыршы-ҡарағайҙарҙы бер дөйөм сүплеккә түкһәләр, быйылғы йылдан улар өсөн айырым бер майҙан ҡаралған. Артабан был ағастарҙы эшкәртеүгә оҙаталар. “Спецавтохозяйство” преприятияһы вәкилдәре әйтеүенсә, 2018 йылда уҡ ҡулланылған шыршылар өсөн махсус майҙан әҙерләгәндәр. Әлегә Черкасы полигонындағы майҙанға яҡынса бер йөк машинаһы урман ҡупшыҡайы килтерелгән. Киләһе бер-нисә көндә кәрәкле күләмдә ағас йыйылғас, уларҙы эшкәртеүгә оҙатасаҡтар.
Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә
Тулыраҡ: Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә