Республика етәксеһе Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә алданғандар менән даими осрашыуҙар ойошторорға ҡушты. Был турала ул "Төҙөлөш сәғәте" рәүешендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Алданған кешеләр менән әңгәмә системаһы бар. Көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бындай осрашыуҙар даими булырға тейеш, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса протоколдар төҙөп, ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлеше буйынса яуап бирергә кәрәк", тине Радий Хәбиров. Әле республикала 89 проблемалы йорт бар.
Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш
Тулыраҡ: Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш