Урам буйында ташландыҡ хайуандарға кем ярҙам итер? Ғинуар айында дүрт аяҡлыларҙы яҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Бынан тыш, хайуандарға электрон чип ҡуйыу ҙа был мәсьәләне хәл итеүгә этәргес булып тора, тип белгестәр. Влада Жаркая өсөн эт — иң тоғро һәм яҡын дуҫ. Бәләкәй сағынан был йорт хайуанын үҙ иткән ҡатын урам буйында ҡалған берәҙәк эттәр эргәһенән тыныс ҡына үтә алмай. Ул алтмыш хайуанға ярҙам иткән. Влада эттәрҙе көнөнә ике-өс тапҡыр туҡлыҡлы ашатырға тырыша. Әммә был хайуандарҙы аҫрау өсөн сығым күп талап ителә, ти ул. Ул урам буйында яңғыҙы тороп ҡалған һәм крематорийҙа яндырылырға тейеш булған эттәрҙе йыйған. Мәйет яндырыу бинаһына ла хайуандарҙы бер нисә ҡағиҙәгә таянып тапшыралар. Былтыр берәҙәк эттәрҙең балалар алдында күпләп атылыуы республика халҡын аптырашта ҡалдырғайны. Хәҙер иһә ҡарауһыҙ хайуан тотоу менән шөғөлләнеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәренә эт һәм бесәйҙе тотҡанда мотлаҡ видеоға төшөрөргә һәм уның ҡайҙа тапшырылғаны тураһында тулы мәғлүмәт бирелергә тейеш. Яндырылыуҙан алда ла хайуан мотлаҡ ветеринарҙа тикшереү үтәсәк. Бындай мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы ултырышында ҡаралды. Закон буйынса ниндәй ҙә булһа һылтау менән хайуандарҙы үлтереү тыйыла. Өҫтәүенә, фатирҙа, шәхси йортта һәм баҡса участкаһында ҡырағай йәнлектәр аҫрау, сауҙа үҙәктәрендә зоопарктар һәм кафе-барҙа хайуандар тотоу тыйыла. Бынан тыш, урам буйында Өфөлә 500 хайуан һыя алырлыҡ приют булдырылыу ҙа ҡаралған. Йорт хайуандарының урамда ҡалмауында электрон чип ҡуйыу ҙа ярҙам итә. Дүрт аяҡлы дуҫтарының юғалыуынан ҡурҡҡан хужаларҙың күбеһе хәҙер ветеринар клиникаһына юллана. Чип ҡуйыу өсөн махсус диета кәрәкмәй. Иң мөһиме хайуан һау булырға тейеш. Әйткәндәй, укол эшләгәндә лә хайуан бер нимә лә һиҙмәй.Бынан тыш, чип ярҙамында йорт хайуанының сәләмәтлеген, нисә прививка яһатыуын да белеп була. Урам буйында юғалған йорт хайуанының хужаһын клиникала хәҙер тиҙ генә табып була. Бының өсөн ошондай махсус ҡоролма кәрәк. Был ҡоролманы хайуандың укол эшләнгән урынына ҡуйып, уның һанын белеп була.Күрһәтелгән һандар йорт хайуанының паспортында теркәлә. Электрон чип юғалған хайуанды табыуҙан тыш, йоғошло сирҙәрҙе лә күҙәтеүҙә тоторға ярҙам итә. Белгестәр иһә чип ҡуйыу ысулын хайуандар буйынса күтәрелгән мәсьәләнең бер сиселеше тип раҫлай.
Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа
Тулыраҡ: Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа