Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһы барышында тағы ла 240 кеше ҡулға алынған. Париж, Марсель, Страсбург һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарына 84 мең кеше сыҡҡан. Манифестанттарға ҡаршы полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған.

Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ шартлаған торлаҡ йортта һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттағы дүрт фатир йәшәүгә яраҡһыҙ. Хәбәр ителеүенсә, фажиғәлә бер кеше һәләк булған, харабалар аҫтынан 7 кеше сығарылған.

Камчаткала сивучтың үрә баҫып йөк машинаһынан балыҡ урларға маташҡанын видеоға төшөрөп алғандар. Өс метрлыҡ хайуан йыйылыусыларға ла иғтибар итмәгән.

Мәскәүҙең Внуково аэропорты янында полиция хеҙмәткәрҙәре еңел автомобилде туҡтата һәм руль артында икенсе кеше ултырғанын асыҡлай. Эвакуаторға ҡуйылғас, машинаның ысын хужаһы килә һәм уны ергә төшөрөүҙе талап итә. Инде тамам түҙемлеге бөткәс ир тимер атын ҡабыҙып эвакуатор платформаһынан үҙ яйы менән төшә. Һөҙөмтәлә автомобиль ныҡ ҡына зыян күргән.