Ил тарихында иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула. Тап ғинуар айында ошо тарихиты үҙгәрткән мөһим ваҡиғалар була. 1943 йылдың 18 ғинуарында ҡуласа өҙөлә һәм тағы ла бер йыл үткәс кенә, 1944 йылдың 27 ғинаурында Ленинград ҡамауҙан тулыһынса азат ителә. Был осорҙа 2 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡаланы һаҡлаусыларға ла, Ленинградта йәшәүселәргә лә ауыр һынауҙар аша үтергә тура килгән. Ленинград ҡамауға алынғанда Шакирә Ғөбәйҙулла ҡыҙына ни бары 5 йәш кенә булһа ла, дәшһәтле 900 көн һәм 900 төн хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалған.Ҡала тулы мәйет - урам буйҙарында аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан, бомба ярсыҡтарынан үлеп ятҡан кешеләр, ә һауанан дошман күҙәтһә лә, хатта балалар ҙа еңеүгә өмөтөн юғалтмаған.Блокадасыларҙан да нығыраҡ икмәктең ҡәҙерен белгән кеше юҡтыр. Аслыҡ-яланғаслыҡ көндәре хәҙер Шакирә Ғәбәйҙулла ҡыҙының төштәренә генә инә.Ни бары 125 грамм. Шакирә инәй үлсәүһеҙ ҙә был күләмдәге икмәкте киҫеп күрһәтә ала. Ленинград блокадаһындағы көндәлек икмәк нормаһын һәм тәмен ул бөгөнгөләй иҫләй. Ҡамау ҡуласаһы асылғас, Ладога күле, берҙән-бер “йәшәү юлы” аша Шакирә Ғәбәйҙулла ҡыҙы әсәһе һәм апаһы менән тыуған Башҡортостанына, Шишмә районына ҡайта. Тик бында ла тормош еңелдәрҙән булмай.Күҙ йәштәре аша йылмайып, Шакирә инәй “мин бәхетле” тип әйтә. Бихисап ейән — ейәнсәрҙәрен, бүлә — бүләсәрҙәрен дә ошо тыныс көндәрҙең ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәргә өндәй. Әйткәндәй, иртәгә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуына Шакирә Бикбулатова килә. Блокадасы дәшһәтле һуғыш йылдары, Ленинград ҡамауы, яҡташтарыбыҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләйәсәк. Программа “Рәсәй1-Башҡортостан” каналында иртәгә, 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт туғыҙҙа эфирға сыға
Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула
Тулыраҡ: Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула