Сибайҙа халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй

Тулыраҡ: Сибайҙа халыҡ урындағы хакимиәтте ялған мәғлүмәттәр биреүҙә ғәйепләй

Рәсәй-Башҡортостан радиоһында кисә “Хәйерле кис, республика” тапшырыуында ҡалала килеп тыуған хәлгә бәйле һөйләшеү булды. Сибайҙан шылтыратыусы һауала быға тиклем ағыулы матдәләр нормала тип әйтеп килделәр, әммә Республика етәксеһенең халыҡҡа теүәл мәғлүмәт биреүҙе талап итеүенән һуң күрһәткестәр ҡапыл үҙгәреп китте, тине. Хәбәр итеүебеҙсә, Радий Хәбиров ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе һәм урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Афзаловҡа экологияға бәйле мәсьәләне 1-се февралгә тиклем хәл итергә ҡушты. Радий Фәрит улы Учалы тау байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы һәм ҡала етәкселеге эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләп, экологияны яҡшыртыу йәһәтенән тейешенсә саралар күрелмәй тине. Бынан ары, Радий Хәбировтың талабы буйынса Сибай мэры көн һайын ҡалалағы хәл тураһында мәғлүмәт биреп торорға һәм был эшкә ҡала советы депутаттарын һәм урындағы йәмәғәт палатаһын йәлеп итергә тейеш. Сибайҙа үткән йылдан алып тулы әҙерлек режимы ғәмәлдә ҡала. Халыҡ тын ҡыҫылыуға, йүтәлгә зарлана. Республика етәксеһе ҡалала балалар һаулығына айырыуса ҙур иғтибар бирергә ҡушты.