Лос-Анджелестағы урта мәктәптәрҙә уҡытыусылар эш ташлаған. 30 меңдән ашыу кеше уҡытыусыларҙың эш хаҡтарын күтәреүҙе, класстар һанын кәметеүҙе, яңы хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алмауҙы талап итә. Һуңғы утыҙ йылдағы тәүге акция талаптар үтәлгәнгә тиклем дауам итәсәк, тип белдергән профсоюз вәкилдәре. Митингтар ваҡытында күп кенә ата-әсәләр уҡытыусыларға теләктәшлек белдереп балаларын мәктәпкә ебәрмәҫкә ҡарар иткән.
Бөйөк Британия парламенты ағзалары илдең Европа Берлегенән сығыуы тураһында премьер-министр Тереза Мэй тәҡдим иткән планды кире ҡаҡҡан. 432 кеше планға ҡаршы тауыш биргән. Депутаттарҙың 118-е Тереза Мэйҙың Консерватив фирҡәһа ағзалары.
“Аш-Шабаб” террорсылары Найробиҙа ҡунаҡхана комплексына һөжүм иткән. 14 кеше һәләк булған. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, аманатҡа алыныусылар ҙа бар. Ҡунаҡхана әле террорсыларҙан таҙартылған.