Өфө дәүләт авиация-техник университеты студенттары Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән берлектә 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй. Яңы, заманса ысул медицина өлкәһендә ҙур этәргес булып тора. Һуңғы йылдарҙа машина, робот эшләү өлкәһендә киң ҡулланылған 3Д принтерҙҙар хәҙер медицина өлкәһендә лә файҙаланыла башланы. Өфө дәүләт авиация-техник университеты студенттары Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән берлектә медицина протездары эшләй. Протезды 3Д принтерҙа баҫтырыр алдынан, йәш инженерҙар медиктар менән берлектә компьютер томографияһы ярҙамында зыян күргән органдың 3Д моделен төҙөй, уның геометрияһын тергеҙә, мөмкин булһа етешһеҙлектәрҙе төҙәтер өсөн махсус план төҙөй. Протезды пластмасса, алюмин, титан һәм башҡа материалдарҙан эшләргә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, бер протезды эшләүгә уртаса 1 тәүлек ваҡыт кәрәк. Сит илдәрҙә күптән ҡулланылған был ысул, Башҡортостан өсөн яңы башланып ҡына тора. Шулайҙа киләсәктә был эш үҙ урынын табыр тип өмөт итә белгестәр. Сөнки бындай протездар ярҙамында, операция ваҡытын ике тапҡырға кәметергә буласаҡ.Башҡортостан өсөн яңы асыш киләсәктә республика табиптары өсөн алыштырғыһыҙ бер ысул булыр, тип өмөт итәләр йәш ғалимдар.
Студенттар 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй
Тулыраҡ: Студенттар 3Д принтер ярҙамында медицина протездарын эшләй