Кешелектең мәңгелек хыялы – ваҡыт машинаһы һәм күренмәҫ итер кәпәс. Өфө студенттары күренмәҫ булыуҙың үҙ өлгөһөн тапҡан. Утлы шоу – заман йәштәренең иң мауыҡтырғыс һөнәре. Был үҙенсәлекле тамаша хәҙер ил сәхнәләрен киң яулай. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары “Студент яҙының” 2014 йылғы фестивалендә тап ошо тамаша менән беренсе урынды яулаған. Ул саҡтағы светодиод кейемдәр бөгөн күпкә камилыраҡ. Йәштәр бер урында тапанырға яратмай.Кейемдәрҙе егеттәр үҙҙәре уйлап таба, тегә һәм ут йөрөшөн ҡабыҙа. Костюмдар һәр бейеүсе өсөн айырым үлсәм буйынса әҙерләнгән. Ток көсөргәнеше 250 вольт булыуға ҡарамаҫтан ғүмер өсөн хәүеф юҡ, тиҙәр. Һалҡын неон яҡтылығын ҡулланған кейемдәрҙең төрө күп. Иң ҡатмарлыһы солист кейеме. Ул 256 төрлө төҫтәге светодиод нигеҙендә эшләй. Идара итеү үҙәге лә айырым. Ҡатмарлы кейемдәрҙе әҙерләүгә ай ярым ваҡыт китте, ти егеттәр. Бер программаға тик бер бейеү төрө һалынған.Аграр университеттың энергетика факультеты студенттары утлы шоу өсөн кейем әҙерләү менән юғары уҡыу йортоноң инжениринг үҙәгендә шөғөлләнә. Фәнни-тикшеренеү үҙәгендә электр йыһаздары һәм электр технологиялары йүнәлештәре буйынса тәжрибәләр үткәрелә. 2016 йылда асылған үҙәк буласаҡ инженерҙарҙы цифралаштырыу, программалар сығарыу һәм уйлап табыу эшмәкәрлегенә йәлеп итә.Аграр университетта неон нурлы кейемдәрҙе иң беренсе ҡулланған студент Ильяс Шафиҡов бөгөн республиканың энергетика өлкәһендә хеҙмәт итә. Уның башланғысын дауам итеүселәр яңынан-яңы өлгөләр уйлап сығарырға ниәтләй. Утлы шоуҙың сәнғәт кенә түгел, башҡа өлкәләрҙә лә ҡулланыш табыуы ихтимал.Был үҙенсәлекле кейемдәр менән эш итер өсөн бейеүсе булыу мотлаҡ түгел. Бары мауығыусан кеше булыу етә. Буласаҡ энергетиктар утлы шоу мөмкинлектәрен киләсәктә киңерәк ҡулланыу яҡлы.
Кешелектең мәңгелек хыялы
Тулыраҡ: Кешелектең мәңгелек хыялы