Башҡортостан умартасылары тиҙҙән бал һыға башлай

Тулыраҡ: Башҡортостан умартасылары тиҙҙән бал һыға башлай

Йүкә һәм башҡа үҫемлектәрҙең сәскә атҡан мәлендә йыш ямғырҙар яуып, ҡорттарға бал йыйыуға ҡамасаулаһа ла, умарталарға етерлек һеркә тупланған. Бал – алтынға бәрәбәр ризыҡ. Батманға төшкәнгә тиклем ул оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Архангел районындағы умарталыҡтарында юғары сифатлы бал йыйыуға һәләтле башҡорт бал ҡорттарын тәрбиәләйҙәр. Үҙәктең ғилми хеҙмәткәрҙәре тоҡомсолоҡ өлкәһендә бай тәжрибә туплаған. Бының өсөн улар 2005-се йылдан алып “Никот” француз технологияһын ҡуллана. Технологияға ярашлы туҡланыу шарттарын көйләп кәрәкле ҡорт алыу мөмкинлеген өйрәнгән улар. Йәш ҡорттар тик инә ҡорт һөтөндә генә үҫтерелһә, киләсәктә инә ҡорттарға, һитә һәм бал ҡатыштырып әҙерләнгән аҙыҡ менән туҡландырылһа, эшсе ҡортҡа әйләнә. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттары һалҡын ҡыштарҙы еңел үткәреүе һәм етештереү кимәленең юғарылығы менән бөтә донъяла дан тота. Умартасылар бал һығыуға 20-се июлдән һуң ғына тотонасаҡ. Әлегә улар бер кәрәҙҙән сыҡҡан бал күләмен һәм сифатын тикшерә. Күрһәткестәр һөйөнөрлөк, шулай ҙа умартасыларҙы башҡорт ҡорттарының башҡа тоҡом ҡорттары менән аталанып үҙенсәлектәрен юғалтыу ихтималлығы борсой.