Өфө ҡалаһының махсус комиссияһы мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе

Тулыраҡ: Өфө ҡалаһының махсус комиссияһы мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе

Әле мәктәптәр һәм балалар баҡсалары йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен тамамлау өҫтөндә. Быйыл ҡайһы бер мәғариф учреждениеларын йылытыу өсөн бинаның тыш яғын заманса матуриалдар менән ҡаплау ҡарала. Дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә тәрбиә биреү ойошмаларына ремонт эштәре өсөн аҡса ҡала бюджетынан бүленә. Быйыл балалар баҡсаларында тағы ла 2 мең кешегә сират кәмейәсәк. Бының өсөн әле бер нисә торлаҡ йорттоң тәүге ҡатында ремонт эштәре алып барыла.