Башҡортостанды ҡар бураны ҡапланы

Тулыраҡ: Башҡортостанды ҡар бураны ҡапланы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы төбәктә көслө ел сығысағы тураһында алдан иҫкәрткәйне.

Иртә менән юлдарҙа хәрәкәт ҡатмарлашты. Һепертмә буран һәм боҙлауыҡ сәбәпле тығындар барлыҡҡа килде.

Бөгөн республикала артабан да ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа көслө буран сығыуы көтөлә, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Шуға ҡотҡарыусылар халыҡты уяуыраҡ булырға саҡыра, оҙон юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.